

Яҙҙың иң матур, йәмле көндәренең береһендә Аҡъяр ауылының полилингваль күп профилле мәктәбе лә үҙҙәренең ҡарлуғастарын ҙур тормош киңлектәренә осорҙо. Сығарылыш класс уҡыусыларының ғүмерҙәренең иң саф, иң наҙлы, ғәмһеҙ мәле – бала саҡ менән хушлашыу, шатлыҡтарҙы ла, борсолоуҙарҙы ла бергә үткән мәктәп менән һаубуллашыу мәле етте. Алда уларҙы йомғаҡлау имтихандары, аттестаттар тапшырыу, сығарылыш кисәһендә уҡытыусылар һәм класташтар менән хушлашыу көтә. Матур байрам тантанаһы мәктәпте тамамлаған уҡыусыларҙың йөрәгендә мәңгегә һаҡланасаҡ. Әйткәндәй, 3-сө Аҡъяр мәктәбенең 11-се класын 21 уҡыусы, 9-сы класын 51 уҡыусы тамамлай. Уларҙың алдында артабанғы тормош юлын билдәләүҙә еңел булмаған һайлау тора, ҡайҙа уҡырға һәм кем булырға тигән мөһим ҡарарҙар ҡабул итәсәк.