Яңылыҡтар
21 Май , 09:08

Май аҙағында һәм июнь башында Башҡортостанға ямғырҙар килә

Гисметео мәғлүмәттәренә ярашлы, май аҙағында һәм июнь башында Башҡортостанда тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә. Эҫе һәм ҡояшлы көндәрҙән һуң ямғырҙар килә, көндәр һалҡынайта.

Май аҙағында һәм июнь башында Башҡортостанға ямғырҙар киләМай аҙағында һәм июнь башында Башҡортостанға ямғырҙар килә
Май аҙағында һәм июнь башында Башҡортостанға ямғырҙар килә

28 майҙан 3 июнгә тиклем көндәрҙең һалҡынса булыуы, ямғыр яуыуы көтөлә. Көндөҙ һауа температураһы +13, +19°, төндә иһә +7  до +11°.

Алдағы көндәрҙә төбәктә йылы, башлыса ҡоро һауа торошо фаразлана. Бөгөн, 21 майҙа, һауа температураһы көндөҙ +18,+23° була. 22 майҙа һауа +21,+26°, ә 23 майҙа +24,+29° тиклем йылына. 

 

ГӨЛФИӘ АКУЛОВА

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2026-05-21/may-a-a-ynda-m-iyun-bashynda-bash-ortostan-a-yam-yr-ar-kil-4655102 

Автор:
Читайте нас