Яңылыҡтар
21 Май , 09:12

Өфөнән Вьетнамға тура рейстар асыла

-

Өфөнән Вьетнамға тура рейстар асылаӨфөнән Вьетнамға тура рейстар асыла
Өфөнән Вьетнамға тура рейстар асыла

21 майҙан Өфөнән Вьетнамдың Нячанг курортына тура рейстар башлана, тип хәбәр итә баш ҡала аэропортының матбуғат хеҙмәте.

Рейстарҙы Вьетнамдың VietJet авиакомпанияһы дүшәмбе һәм кесаҙна көндәрендә Airbus A330-300 лайнерҙарында башҡара. Курортҡа 9 сәғәт осорға кәрәк.

Оҙайлы тәнәфестән һуң былтыр ноябрҙә Вьетнам менән авиабәйләнеш тергеҙелде.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2026-05-20/f-n-n-vietnam-a-tura-reystar-asyla-4655035 

Автор:
Читайте нас