

Мәмбәттәр ауыл клубы алдында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ауылдаштары хөрмәтенә "Батырҙар аллеяһы"н булдырған.
- Мәктәп ихатаһына ла алмағас һәм груша үҫентеләре ултыртылды. Был сара "Йәшел Башҡортостан" акцияһы сиктәрендә, ауылдашыбыҙ, "Башбланкиздат" ойошмаһының генераль директоры, Хәйбулла районының яҡташтар берләшмәһе етәксеһе Әлибаева Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙының тәҡдиме буйынса үтте. Ауылдаштар, уҡыусы балалар, яуҙа ҡатнашыусы егеттәребеҙҙең туғандары ултыртҡан был баҡса гөрләп үҫеп китер һәм егеттәребеҙҙең батырлығы, илһөйәрлегенә тере һәйкәл булыр тип ышанабыҙ,- тип хәбәр итә мәмбәттәр.
Бынан тыш, Гөлсәсәк Әлибаева тыуған районы мәктәптәренә дүрт йөҙҙән ашыу төп алмағас үҫентеләре тапшырған.
Сығанаҡ: район хакимиәте