Яңылыҡтар
20 Мая , 06:10

Оло йөрәкле Килдебаевтар

«Балаларыбыҙға һөйөүебеҙҙе, иғтибарыбыҙҙы бер ваҡытта ла йәлләмәйбеҙ», – ти Маҡан ауылының күркәм ғаиләһе

Оло йөрәкле КилдебаевтарОло йөрәкле Килдебаевтар
Оло йөрәкле Килдебаевтар

Үҙ ата-әсәһе наҙынан мәхрүм булған балалар сит ғаиләлә йылылыҡ тойоп, атай-әсәй наҙына сумған икән, тимәк, бәхет сабыйҙарға йылмайған тигән һүҙ. Тәрбиәгә бала алыу өсөн оло йәнле, изге күңелле булыуы бик мөһим. Сит баланың хис- тойғоларын аңлап, ҡаҡмай-һуҡмай тәрбиәләү, барыһына ла тигеҙ ҡараш бүлеү ҙур сабырлыҡ талап итә. Маҡан ауылында ғүмер итеүсе Рәфиә һәм Илдар Килдебаевтар бер ниндәй  ҙә ауырлыҡтарҙан ҡурҡып тормай, балалар йортонан ике баланы тәрбиәгә алалар, ә һуңынан үҙҙәре бер балаға ғүмер бүләк итәләр.

Илдар Килдебаев Сәғит ауылында тыуған. Бала сағында ғаиләһе менән Маҡан ауылында төпләнәләр. Мәктәпте бөткәс Аҡъяр һөнәрселек училищеһын тамамлай. 1991- 1993 йылдарҙа Свердловск өлкәһендә танк ғәскәрҙәрендә хәрби бурысын үтәп ҡайта. Әрменән ҡайтҡас совхоз ҡаҙанлығында оператор булып хеҙмәт юлын башлай. Һуңынан совхоз тарҡалғас, төрлө урында эшләргә тура килә уға. Бөгөнгө көндә Маҡан мәктәбендә ҡаҙанлыҡ операторы булып эшләй. Рәфиә Килдебаева Аҡъяр ауылында Фәриғә һәм Әмир Билаловтарҙың ишле ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә. 1-се Аҡъяр мәктәбендә 9-сы класты тамамлағандан һуң, Сибай педагогия колледжының башланғыс кластар бүлегендә белем ала. Йәш белгесте 1998 йылда юллама буйынса Маҡан урта мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрәләр. 2024 йылда мәктәп директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Тормош иптәше Илдар Марат улы менән 1999 йылда танышып, йәштәр 2002 йылда
ғаилә ҡоралар.
Башта Килдебаевтар 2 йыл Илдар Марат улының ата-әсәһе менән бергә йәшәйҙәр, һуңынан үҙҙәре йорт һалып сығалар. Бәхетле әсәй, ҙур йөрәкле әсәй... Был һүҙҙәрҙең барыһы ла Рәфиә Әмир ҡыҙының исемен биҙәй. Рәфиә Килдебаева тәүҙә
балаға уҙа алмай. Әммә төшөнкөлөккә бирелмәй. Тормош иптәше менән бер һүҙгә килеп, балалар йортонан тәрбиәгә сабый алырға ҡарар итә. Үҙе уҡытыуОло йөрәкле Килдебаевтар Үҙ ата-әсәһе наҙынан мәхрүм булған балалар сит ғаиләлә йылылыҡ тойоп, атай-әсәй наҙына сумған икән, тимәк, бәхет сабыйҙарға йылмайған тигән һүҙ. Тәрбиәгә бала алыу өсөн оло йәнле, изге күңелле булыуы бик мөһим. Сит баланың хис-тойғоларын аңлап, ҡаҡмай-һуҡмай тәрбиәләү, барыһына ла тигеҙ ҡараш бүлеү ҙур сабырлыҡ талап итә. Маҡан ауылында ғүмер итеүсе Рәфиә һәм Илдар Килдебаевтар бер ниндәй ҙә ауырлыҡтарҙан ҡурҡып тормай, балалар йортонан ике баланы тәрбиәгә алалар, ә һуңынан үҙҙәре бер балаға ғүмер бүләк итәләр.
Уҡытыусы булараҡ, ул балаларҙы бик ныҡ ярата. Ике баланы тәрбиәгә алып, бер йыл үткәс, Рәфиә Әмир ҡыҙы үҙе бала көтөүен белеп ҡала.

Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре"нең 20-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас