Яңылыҡтар
14 Май , 05:38

100 йәштә лә күңеле йәш!

Олуғ юбилейын ҡаршылаған тыл ветераны Файза Бикбованың 82 ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәре һәм тыуа-тыуасары бар

100 йәштә лә күңеле йәш!100 йәштә лә күңеле йәш!
100 йәштә лә күңеле йәш!

Ғәлиәхмәт ауылынан тыл ветераны, Әсәлек даны ордены кавалеры Файза Бикбова, тәбиғәт матурлығына һоҡланып, тирә-яҡтағы хозурлыҡты күреп, үҙ аяҡтарында атлап йөрөй алғанына ҡыуанып, һәр атҡан таңға шөкөр итеп йәшәй. Күҙҙәре һаман да үткер уның, әле булһа ла гәзит-журналдарҙы күҙлекһеҙ уҡый изге күңелле ағинәй. Йәш быуынға бәхетле ғүмер, Тыуған иленә именлек теләп ултыра ул. Бәләкәстән юғалтыуҙар аша үтергә, һуғыш михнәттәрен кисерергә, ауыр хеҙмәтте үҙ иңендә иртә татырға тура килә уға-19-11111сы . Еңел булмаған яҙмыш юлы үтһә лә, ошо арала хөрмәтле ил инәһе үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын ҡаршыланы. Ул әле лә һис ҡул ҡаушырып ултырмай. Зиһене асыҡ, хәтере яҡшы, күңеле таҙа, йөрәге көслө йөҙйәшәр инәйҙең. Әлеге көндә юбиляр улы Мансур, килене Әҡлимә ҡарамағында, ихтирамында, ҡурсыуында бәхетле ҡартлыҡ кисерә.

Файза Фәйзрахман ҡыҙы Аҡъегет ауылында тәүге бала булып донъяға килә. Ата-әсәһе көнө-төнө колхоз эшендә бил бөгә. 1941 йылдың ғинуар айында уларҙың ғаиләһе Ибраһим ауылына күсә.

–Ибраһим ауылында кеше өйөндә йәшәй башланыҡ, күсеп килгәс тә атайым колхозда хеҙмәт юлын дауам итте, әсәйемде лә һауынсы итеп эшкә алдылар. Биш ай тирәһе йәшәп өлгөрҙөкмө юҡмы, ҡәһәрле һуғыш башланып, атайыбыҙ фронтҡа
китте, – тип хәтирәләр йомғағын һүтә башланы әңгәмәсем.
1941 йылда атаһы ил һағына баҫҡас, әсәһе биш бала менән япа-яңғыҙы ҡала. Файза Фәйзрахман ҡыҙы өс класс ҡына белем ала, артабан уға уҡыу мөмкинлеге теймәй. Тырыш ҡыҙ өлкәндәр алдында һыр бирмәй, ең һыҙғанып колхозда тир түгә.
Был дәүерҙә бер киҫәк ҡара икмәк, үлән һурпаһы ла хан һыйындай тойола уларға.

–Атайыбыҙ һуғышҡа киткәнендә бәләкәс һеңлебеҙ алты айлыҡ ҡына булып ҡалды. Әсәй эштә, мин дә хәлемдән килгәнсе ярҙам итергә тырышам. Сабыйға һыйыр һөтө эсерергә тура килде инде, уның менән генә шәбәйеп китә алманы, бер йәше тулғас мәрхүм булды. Үҙебеҙ урмандан төрлө үләндәр йыйып шулар менән тамаҡ туйҙырҙыҡ. Ас ултырған саҡтарҙа әҙ булманы. Әсәй ферманан мал тоҙон саҡ ҡына онтап алып ҡайтһа, һыуға һалып ҡайнатып, шуны эсә торғайныҡ. Күмәгебеҙгә бер
ҡалаҡ он бирһәләр, һыуға һалып болғап, ағартып эстек. Шулай этләнеп йәшәнек.

Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре"нең  19-сы һанында уҡығыҙ

100 йәштә лә күңеле йәш!
100 йәштә лә күңеле йәш!
Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас