Яңылыҡтар
9 Май , 10:56

Еңеү яҙы – мәңге йөрәктәрҙә

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға күпме йылдар үтеп, күпме һыуҙар аҡһа ла, бер кем дә ауыр һынау осорон онотмай. Яу яланында, Тыуған илен яҡлап башын һалған һалдаттарҙы, һәләк булған ғәйепһеҙ халыҡты онотоп буламы ни? Юҡ! Бына инде Бөйөк Еңеүгә 81 йыл тулды. Хәйбуллалар бөйөк байрамды лайыҡлы итеп үткәрҙе.

Еңеү яҙы – мәңге йөрәктәрҙәЕңеү яҙы – мәңге йөрәктәрҙә
Еңеү яҙы – мәңге йөрәктәрҙә

Иртә менән район үҙәгендәге «Еңеү һалдаты» һәйкәле янында илһөйәрлек рүхә менән һуғарылған йыр-моңдар яңғырап, барыһын да байрамға саҡырып торҙо. 

Тантаналы сара беҙҙең бәхетле киләсәк өсөн башын һалған һәм яуҙан еңеү менән ҡайтҡан ҡаһарман фронтовиктар иҫтәлегенә ҡуйылған Еңеү һалдаты һәйкәле янында таналы маршҡа команда бирелде.   Майҙан уртаһынан байраҡсылар артынса Бөтә Рәсәй “Йәш армия” балалар-үҫмерҙәрҙең хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәте ағзалары, хәрби бәрелештәр ветерандары, ил сиге, һауа-десант, Хәрби-диңгеҙ флоты ветерандары, район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәренән торған колонналар үтте. Артабан һәйкәл янында митинг башланды. Байрамдың төп ҡунағы булып райондың берҙән-бер һуғыш ветераны Фәтхулла Юламанов булды. Бөгөнгө көндә Хәйбулла районында Еңеүҙең 81-се яҙын  фронтовик, 23 тыл хеҙмәтсәне, 8 ветерандың тол ҡатыны, 556 һуғыш осоро балаһы ҡаршыланы. Улар ҡаһарманлыҡ, намыҫ, ихтыяр көсө, фиҙаҡәрлек өлгөһө.  Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов берҙән бер ветеранды, тыл хеҙмәтсәндәрен, парадта ҡатнашыусыларҙы һәм район халҡын сәләмләне һәм уларҙы Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.

 

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас