Яңылыҡтар
9 Мая , 06:43

Башҡортостан уҡытыусыларына өҫтәмә эш өсөн аҡса түләнәсәк

    

Башҡортостан уҡытыусыларына өҫтәмә эш өсөн аҡса түләнәсәкБашҡортостан уҡытыусыларына өҫтәмә эш өсөн аҡса түләнәсәк
Башҡортостан уҡытыусыларына өҫтәмә эш өсөн аҡса түләнәсәк

Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы тәҡдименә ярашлы, Берҙәм дәүләт имтиханын һәм Төп дәүләт имтиханын үткәреүгә йәлеп ителгән педагогтар өҫтәмә аҡса алырға тейеш. Түләүҙәрҙең күләмен төбәк властары (шул иҫәптән Башҡортостан) билдәләй.

Уҡытыусыларҙың төп һәм һынау имтихандарын үткәреүҙә ҡатнашыуы уларҙың туранан-тура бурысына инмәй. Был өҫтәмә эш тип иҫәпләнә. Тимәк, уҡытыусыларҙы имтихандарға түбәндәге шарттар үтәлгән осраҡта ғына йәлеп итергә мөмкин: уларҙың яҙма ризалығы, түләү күләмен һәм тәртибен алдан билдәләргә кәрәк, тип хәбәр итә ТАСС ведомствоға һылтанма менән.

 

ФОТО: «БАШИНФОРМ» МӘҒЛҮМӘТ АГЕНТЛЫҒЫ  
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас