Яңылыҡтар
8 Мая , 07:10

Геройҙарҙың яҡындарына орден-миҙалдар тапшырылды

-

Геройҙарҙың яҡындарына орден-миҙалдар тапшырылдыГеройҙарҙың яҡындарына орден-миҙалдар тапшырылды
Геройҙарҙың яҡындарына орден-миҙалдар тапшырылды

Бөгөн Йәштәр йортонда  махсус хәрби операция барышында илебеҙ мәнфәғәтен яҡлап һәләк булған геройҙарҙың яҡындарына дәүләт наградалары тапшырылды.

-Бындай осрашыуҙар аша беҙ геройҙарыбыҙҙың батырлыҡтарын тәрән таныуыбыҙҙы белдерергә һәм уларҙың яҡындарына ярҙам күрһәтергә теләйбеҙ. Тыуған илебеҙ өсөн башын һалған геройҙарҙы иҫтә тоторға бурыслыбыҙ. Ватаныбыҙ һағына баҫҡан барлыҡ яҡташтарыбыҙ алдында баш эйәбеҙ. Геройҙар тураһында иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә һәм тарихта йәшәйәсәк, - тине район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.

Был наградалар - батырлыҡтары, фиҙакәрлеге һәм бурысына тоғролоғо өсөн мәңгелек хәтер һәм тәрән рәхмәт символы. Яҡташ геройҙарҙың ҡаһарманлығын оноторға хаҡыбыҙ юҡ.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас