

Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафының пилотһыҙ системалар ғәскәре менән тулыланыуын граждандар шатланып та, ғорурланып та ҡабул итте. Был туранан-тура илебеҙҙең оборона һәләте хаҡында һөйләй.
Айырым ғәскәр төрө һанала, армияның көсө һәм ҡеүәте ул. Һауала, һыуҙа һәм ерҙә пилотһыҙ осҡан системаларҙы файҙаланып, хәрби хәрәкәттәрҙе киң йәйелдереүҙе күҙ уңында тота. Ысынлап та, бөгөн һуғышты пилотһыҙ осоу аппаратынан тыш күҙ алдына бер нисек тә килтереп булмай. Дрондар һуғыш ваҡытында алмаштырғыһыҙ хәрби ҡорамалдар исемлегендә.
Ысынлап та, махсус хәрби операция башланыуға күп ваҡыт үтмәне, пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре барлыҡҡа килде, хәйер, уны заман үҙе талап итте. Рәсәй Президентының бойороғо нигеҙендә ул айырым төр ғәскәрҙәр һанала, элиталылар исемлегендә булыуын телгә алыу артыҡ. Етди хәрби структураның штабы булдырылды, хатта ғилми-тикшеренеү үҙәге эшләй.
Бөгөн Рәсәй Оборона министрлығы менән күңелендә илһөйәрлек тойғолары йөрөткән һәр кем контракт төҙөй. Һүҙ ҙә юҡ, пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә оператор булырға теләүселәр бихисап. Был осраҡта иһә дрон, робот техникаһы йәки радиоэлектроника менән идара итеү өлкәһендә тәжрибәләре булғандарҙы унда ҡушҡуллап алалар. Геймерҙар, программалаусылар һәм IT-белгестәргә лә ихтыяж ҙур булыуын әйтеү артыҡ.
Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәтен үтәгән ил һаҡсыһына түбәндәге өҫтәмә түләүҙәр бар – пилотһыҙ осоу аппаратын һөҙөмтәле ҡулланғаны өсөн уға 50 меңдән алып 500 мең һум аҡса ҡаралған. Шул да иғтибарҙы йәлеп итә: ҡануниәт тарафынан ниндәй түләүҙәр, ташламалар һәм социаль гарантиялар индерелгән, шуларҙың бөтәһенә лә улар тулыһынса дәғүә итә ала.
Ватан һаҡсыһын аҙаҡтан бүтән төр ғәскәрҙәренә күсереү-күсермәү тураһында ла имеш-мимештәр йыш ишетелә. Хәрби хеҙмәткәрҙе, уның үҙенең теләгенән тыш, пилотһыҙ осоу аппаратына бәйле булмаған бүтән белгес итеп күсереп булмай. Шулай уҡ бүтән төр ғәскәрҙәренә лә ил һаҡсыһын ебәрә алмайҙар. Был контракт документында нығытылған.
Тәүге тапҡыр контракт бер йылға төҙөлә. 12 айҙан һуң хәрби хеҙмәттән китергә мөмкин йәки киреһенсә контрактты оҙайтырға була.
Хәүефһеҙлек кимәле лә юғары. Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендәге белгестәрҙең хеҙмәте дистанцион бара тиеү дөрөҫлөккә тап килә, улар алғы һыҙыҡтан йыраҡ урынлашҡан.
– Төрлө йүнәлештәге пилотһыҙ осоу аппараттарын күпләп ҡулланыу – подразделениеларҙың тактик хәрәкәте өсөн иң һөҙөмтәле һөжүм һәм дошман биләмәһенә үтеп инеүгә ҙур бер аҙым, – тине Рәсәй оборона министры Андрей Белоусов. – Уны етештереү артҡандан-арта. Пилотһыҙ осоусы аппараттарҙың тактик-техник характеристикаһын яҡшыртыу тәңгәлендә уй-ниәттәр эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыла. Алыҫҡа осоу һәләте, автономлы эшләү һәм төрлө ҡаршылыҡтарҙан һаҡлау һәм башҡа хәүефһеҙлек саралары шуға асыҡ миҫал.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.