Яңылыҡтар
7 Май , 15:33

1347 кеше талпандарҙан зыян күргән

Шуларҙың 35,4% – балалар.

1347 кеше талпандарҙан зыян күргән1347 кеше талпандарҙан зыян күргән
1347 кеше талпандарҙан зыян күргән

Миҙгел башланғандан алып Башҡортостандың медицина ойошмаларына 1347 кеше талпан ҡаҙалыуға зарланып мөрәжәғәт иткән. Роспотребнадзорҙың республика идаралығы хәбәр итеүенсә, был уҙған йылғы күрһәткестәрҙән бер меңгә тиерлек аҙыраҡ (2025 йылдың ошо уҡ осоронда 2356 кеше).

Зыян күреүселәрҙең 35,4% балалар тәшкил итә.

Гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә һәм уның филиалдарында талпандарҙың инфекцияларға тикшереү пункттары эшләй. Пункттарҙың эш графигы менән ведомствоның рәсми сайтында танышырға мөмкин.

Роспотребнадзор белгестәре халыҡҡа һаҡланыу сараларын күрергә кәрәклеге тураһында иҫкә төшөрә. Ялан-ҡырҙарға сыҡҡанда репелленттар һәм инсектоакарицидтар ҡулланырға, шулай уҡ махсус кейем кейергә кәрәк. Талпан вируслы энцефалитынан һаҡланыуҙың иң ышаныслы ысулы – вакцинация.

 

ФОТО: «БАШИНФОРМ» 
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас