

Республикала 30 апрелдән 12 июнгә тиклем янғынға ҡаршы режим индерелде.
Уға ярашлы тыйыуҙар ҡаралған:
- ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә, төбәк әһәмиәтендәге айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә, запастағы ерҙәрҙә, юлдар буйында, йылға һәм күл зоналарында, ҡала һәм ауыл биләмәләре, баҡса ширҡәттәре, предприятиелар һәм ойошмалар биләмәләрендә, сүплектәрҙә һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондарында усаҡ яғыу тыйыла;
- Башҡортостан Республикаһының урындағы үҙидара органдары билдәләгән махсус урындарҙан тыш 1–3 хәүефлелек класына ҡараған пиротехник изделиеларҙы ҡулланыу тыйыла;
- төрлө тәғәйенләнештәге объекттарҙан һәм ҡоролмаларҙан алып урманға тиклемге янғынға ҡаршы аралыҡтағы биләмәлә ут яғыу тыйыла.
Бынан тыш, янғынға ҡаршы махсус режим осоронда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған кешеләргә ҡарата административ яуаплылыҡ сараһы ҡатылана. Был осорҙа административ штрафтар ике тапҡырға арта: граждандар өсөн 20 000 һумға тиклем; вазифалы кешеләр өсөн 60 000 һумға тиклем; юридик шәхес булдырмайынса эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барған кешеләр өсөн 80 000 һумға тиклем; юридик шәхестәр өсөн 800 000 һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған.
Фото: forest.bashkortostan.ru.