Яңылыҡтар
30 Апрель , 08:29

Иңендә оло яуаплыҡ һәм уяулыҡ

«Беҙҙең бурыс – бәләгә тарыған кешегә беренсе булып ярҙам итеү», – ти тәжрибәле янғын һүндереүсе Илдар Ғайсин

Иңендә оло яуаплыҡ һәм уяулыҡИңендә оло яуаплыҡ һәм уяулыҡ
Иңендә оло яуаплыҡ һәм уяулыҡ

Янғын һағы хеҙмәте бик ҙур әһәмиәткә эйә. Улар иңенә бәлә-ҡаза була ҡалһа, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, кешеләрҙең ғүмерен һәм мөлкәтен ҡотҡарыу кеүек яуаплы бурыстар һалынған. Батырлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм юғары профессионализм, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булыу янғын һағында тороусыларға хас сифаттар. Тап ошо сифаттарҙың барыһын да үҙ эсенә һыйҙырған, Аҡъяр ауылының 93-сө янғын һағы часы хеҙмәткәре Илдар Ғайсин менән яҡыныраҡ танышайыҡ.

Илдар Кәлимулла улы Архангел районының Михайловка ауылында донъяға килә. Тыуған ауылында 8-се класты тамамлағандан һуң Белорет районы Инйәр ауылы мәктәбендә белем алыуын дауам итә. 10–сы класты тамамлағас, Архангел районының «Инйәр» совхозында эшләй. 1981 йылда әрме сафына саҡырыла. Ике йыл Монголияла Байкал аръяғы хәрби округы часында хеҙмәт итә. Армиянан ҡайтҡас, совхозда эшләүен дауам итә. Бер аҙҙан Шафран һөнәрселек училищеһында ветеринар фельдшер һөнәре буйынса уҡып, ҡулына таныҡлыҡ ала. 1987 йылда Подольск ауылына күсеп, «Таналыҡ» совхозында мал табибы булып эшләй башлай. Ошо ваҡытта ҡоҙаһының туйында үҙенең буласаҡ тормош иптәше Тәнзилә Ғәҙелша ҡыҙы менән танышып, 1992 йылда үҙҙәре гөрләтеп туй яһайҙар һәм йәштәр Аҡъяр ауылында төпләнә. 1992-2006 йылдарҙа Хәйбулла ветеринария станцияһында эшләй, ә янғын часына Илдар Кәлимулла улы 2007 йылда килә.

Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре"нең 17-се һанында уҡығыҙ

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас