

Башҡортостанда «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә быйыл 12 популяр туристик объектҡа юлдар ремонтлана, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт министрлығынан. Шул иҫәптән «Абҙаҡ» тау саңғыһы курортына, Атыш шарлауығына һәм Көньяҡ-Урал ҡурсаулығына илткән Өфө – Инйәр – Белорет трассаһының 6 километры.
Шулай уҡ был миҙгелдә Красноусол шифаханаһына, һыу сығанаҡтарына һәм Богородица-Табын ҡатын-ҡыҙҙар монастырына бара торған Талбазы – Красноусол юлының 7,5 километрын; Верхотор баҡыр иретеү заводына илткән Ишембай – Воскресенск – Мәләүез юлының 1,5 саҡрымын төҙөкләндереү планлаштырыла.
2026 йылда республикала милли проект буйынса бөтәһе 200 километрға яҡын юл һәм дөйөм оҙонлоғо 1900 погон метр тәшкил иткән 15 күпер йүнәтелә.
ФОТО: БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ТРАНСПОРТ МИНИСТРЛЫҒЫ | САЙТ