

Ашығыс медицина ярҙамы бүлеге фельдшерҙарының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Йыш ҡына улар ауыр минутта пациентҡа беренсе булып килә. медиктарға ауыр шарттарҙа – көндөҙ ҙә, төндә лә, байрамдарҙа ла, ял көндәрендә лә эшләргә тура килә. Уларға тиҙ һәм дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә, сирлеләргә квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтергә кәрәк.
Аҡъяр ашығыс ярҙам участка фельдшерҙарының береһе Айрат Йәрмөхәмәтов 25 йыл дауамында райондаштарының һаулығы һағында. Айрат Сиҙәм ауылында Йәрмөхәмәтовтарҙың күп балалы ғаиләһендә тыуып үҫә. Мәктәпте бөткәндән һуң, Сибай медицина училищеһының дауалау эше бүлегенә уҡырға инеп уны уңышлы тамамлай.
–Һайлаған һөнәремә ғашиҡмын тип әйтә алам. Сиҙәм ауылы мәктәбенең 11-се класын тамамлағас медицина юлын һайланым һәм быға бер ҙә үкенмәйем, – тип һүҙ башланы Айрат Винер улы. Хеҙмәт юлын Йәнтеш ауылының фельдшер-акушерлыҡ
пунктында башлай, һуңынан бер аҙ Вәлит ауылында ла эшләй. Массаж эшләү буйынса өҫтәмә курстар үтеп, 2005 йылда «Һаҡмар» шифаханаһына эшкә урынлаша. 15 йылдан ашыу шифаханала массажсы булып эшләгәндән һуң, 2021 йылда Йәнтеш ауылы ашығыс ярҙам участкаһына фельдшер булып эшкә килә.
Мәҡәләне тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре"нең 16-сы һанында уҡығыҙ