

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы график баҫтырып сығарҙы.
Уға ярашлы, 1, 2, 9, 11 майҙа амбулаториялар һәм поликлиникалар шәмбе графигы буйынса эшләй (иртәнге сәғәт 8-ҙән 4-кә тиклем шылтыратып саҡыртырға мөмкин) 3, 10 май – ял көндәре.
Профтикшереүҙәр һәм диспансеризация: 1, 2, 9, 11 май.
Ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары: 1, 2, 9, 11 майҙа. Был көндәрҙә йөклө ҡатын-ҡыҙҙар яралғыны антенаталь һаҡлау район-ара кабинеттарында УЗИ-скрининг үтә ала.
Яңы тыуған сабыйҙарға неонаталь скрининг көн һайын үткәрелә. Биоматериал Өфө ҡалаһы, Чернышевский урамы, 41-се йорт адресы буйынса ҡабул ителә.
Өфө һәм Стәрлетамаҡ стоматология поликлиникаларының эш графигы бында.
Дәүләт дарыуханалары ла май байрамдарында эшләй.
ФОТО: БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ МИНИСТРЛЫҒЫ | СОЦИАЛЬ СЕЛТӘРҘӘР