Яңылыҡтар
28 Апреля , 10:12

Фажиғәлә водителдең ғүмере өҙөлгән...

  

Фажиғәлә водителдең ғүмере өҙөлгән...Фажиғәлә водителдең ғүмере өҙөлгән...
Фажиғәлә водителдең ғүмере өҙөлгән...

Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы Бәләбәй - Яңы Сёмкин трассаһының 24-се саҡрымында теркәлгән. 

Бәләбәй - Яңы Сёмкин трассаһының 24-се саҡрымында 54 йәшлек ВАЗ-2106 водителе идара итеү һәләтен юғалтҡан, юлдан ситкә осоп һәм металл ҡорлмаға бәрелгән. Ир алған йәрәхәттәрҙән ашығыс ярҙам килгәнсе үк ваҡиға урынында һәләк булған. Авария шарттары асыҡлана.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ! 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас