Яңылыҡтар
28 Апреля , 15:41

Өфө мэрын ни өсөн ҡулға алғандар?

Башҡортостан Башлығы хакимиәтендә баш ҡала мэрын ҡулға алыуға аңлатма бирҙеләр    

Өфө мэрын ни өсөн ҡулға алғандар?Өфө мэрын ни өсөн ҡулға алғандар?
Өфө мэрын ни өсөн ҡулға алғандар?

Республика Башлығы Өфө хакимиәте етәкселеге тирәләй хәл-ваҡиғалар тураһында белә. Хоҡуҡ һаҡлау органдары процессуаль ғәмәлдәр комплексын үткәрә, уларҙың һөҙөмтәләре буйынса ҡаралған эштең шарттарына һәр яҡлап һәм объектив баһа биреләсәк. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Бөгөн иртән хоҡуҡ һаҡлаусылар Өфө мэры Ратмир Мәүлиевты ҡулға алды. Рәсәй Тәфтиш комитеты Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, ул вазифа вәкәләттәрен арттырып үтәүҙә һәм айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа шикләнелә. Тәфтишселәр һорау алыуҙар, тентеүҙәр үткәргән.

 

ФОТО: «БАШИНФОРМ» | АРХИВ
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас