Яңылыҡтар
23 Апреля , 09:23

Әсә менән 16 йәшлек улы һәләк булған

Дөйөм ҡыйыҡ аҫтындағы соланлы һәм мунсалы торлаҡ йорт янып киткән...

Кисә Асҡын районында үлемесле янғын сыҡҡан. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Ҡышлауйылға ауылында Үҙәк урамындағы дөйөм ҡыйыҡ аҫтындағы соланлы һәм мунсалы торлаҡ йорт янып киткән.

Рәсәй Ғәҙәтттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре урындағы ирекле янғын һүндереү командалары менән берлектә шунда уҡ утты һүндереүгә тотона. Ул тиҙ арала һүндерелә. Ләкин янғын урынын тикшереү барышында 57 йәшлек ҡатын һәм уның бәлиғ булмаған 16 йәшлек улының кәүҙәһе табыла.

Янғын сәбәптәрен һәм шарттарын тәфтиш-оператив төркөм һәм дознавателдәр тикшерә.

Автор:
Читайте нас