Яңылыҡтар
23 Апреля , 09:18

Рөстәм Нәбиев тауҙарға киткәйне: өс-дүрт көн юғалып тороп, бәйләнешкә сыҡты

Юҡ, Эверестҡа менмәгән әле. Ҡайҙарҙа йөрөгән һуң? 

Яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев апрель башында ике айға Непалға тауҙарға киткәйне. Унда донъяның иң бейек түбәһе Эверестҡа артылырға йыйына.

Был еңел эш түгел. Барҙың да мендең тип уйлағандар яңылыша. Айлап ваҡыт дауамында тауҙарҙа төрлө бейеклектә урынлашҡан лагерҙарға менеп, уларҙа бер аҙ йәшәп, акклиматизация үтер кәрәк. Шунһыҙ организм бындағы кислородҡа ярлы мөхиткә яраҡлаша алмай, һаулыҡ һәм ғүмергә зыян килеүе бар.

Социаль селтәрҙәрҙә сәйәхәт яҙмаларын алып барған Рөстәм бер нисә көнгә юғалып торҙо. Кешеләр бик борсолдо. Әммә блогер иҫән-һау. Ул һөйөнөслө яңылығын уртаҡлашты. 

Кисә ул туғыҙынсы түбәһен яулаған - 6476 метр бейеклектә ятҡан Мера Пик тауына менеп еткән. "Акклиматизация үттем, артабан - Эверест", - тигән Рөстәм. 

Эверест 8848 метр бейеклектә ята. Яҡташыбыҙға уңыштар!

Автор:
Читайте нас