Яңылыҡтар
21 Апреля , 11:01

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды

-

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылдыРеспубликабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды
Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды

Ул махсус хәрби операция үткәреүгә бәйле ирекмәнлек, хәйриә һәм гуманитар эшмәкәрлек өсөн халыҡты дәртләндереү өсөн булдырылған.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров дәүләт наградаһын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйған.

Миҙал МХО үткәреүгә бәйле ирекмәнлек, хәйриә эшмәкәрлеге, гуманитар һәм башҡа ярҙам өсөн, гуманитар йөктәрҙе йыйыуҙа һәм алып барыуҙа ә ярҙам иткән өсөн; МХО маҡсаттарына өлгәшеүгә булышлыҡ иткән бурыстарҙы уңышлы үтәгән өсөн; МХО биләмәһендәге бурыстарҙы үтәгән өсөн тапшырыла.

Үҙенең статусы буйынса миҙал Башҡортостандың дәүләт наградалары системаһында генерал Шайморатов миҙалы (юғарыраҡ награда) һәм «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (түбәнерәк награда) араһындағы урынды биләй, тиелә указда.

 

ФОТО: СКРИН | БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ БАШЛЫҒЫ УКАЗЫ

https://bash.bashinform.ru/news/economy/2026-04-21/respublikala-bash-ortostandy-r-hm-tle-hal-ynan-mi-aly-buldyryldy-4652876 

Автор:
Читайте нас