Яңылыҡтар
20 Апрель , 09:36

Яугирҙарға гуманитар ярҙам оҙатылды

-

Яугирҙарға гуманитар ярҙам оҙатылдыЯугирҙарға гуманитар ярҙам оҙатылды
Яугирҙарға гуманитар ярҙам оҙатылды

Район халҡынан махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ылау оҙатылды. Ғәҙәттәгесә, уны йыйыуҙа битараф булмаған хәйбуллалар ҡатнашты һәм  яугирҙар өсөн иң кәрәкле әйберҙәр йыйылды. Автотранспорт, инструменттар, төҙөлөш материалдары, гигиена саралары, дарыуҙар, оҙайлы һаҡлау продукттары һәм туғандарынан посылкалар ебәрелде.

Район халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүҙә ҙур әүҙемлек күрһәтә. Гуманитар ярҙамды йыйыуға үҙ өлөшөн индергән барлыҡ район халҡына, хеҙмәт коллективтарына, эшҡыуарҙарға һәм ярҙам ҡулын һуҙғандарҙың барыһына ла рәхмәт. Егеттәрҙең имен-һау тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас