Яңылыҡтар
17 Апрель , 10:41

Башҡорт телендә диктант яҙҙыҡ!

Был сараға хәйбуллалар ҙа әүҙем ҡушылды

Башҡорт телендә диктант яҙҙыҡ!Башҡорт телендә диктант яҙҙыҡ!
Башҡорт телендә диктант яҙҙыҡ!

Йыл һайын үткәрелеп килгән матур традицияға тоғро ҡалып, бөгөн милләттәштәребеҙ һәм башҡорт телен яратыусы башҡа халыҡ вәкилдәре Башҡорт теленән  халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһына ҡушылды. Был мәртәбәле саранан хәйбуллалар ҙа ситтә ҡалманы. Быйылғы акцияның текстары Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына, Башҡортостан Республикаһында иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына, башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙың тыуыуына 200 йыл тулыуға бағышланды һәм «Тел - халҡыбыҙҙың рухи байлығы» девизы аҫтында үтте.  

Сарала ҡатнашыусылар Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһының ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне һәм киләһе йылдарҙа ла ҡатнашасаҡтарын белдерҙе.

 

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас