

Бөгөн район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов махсус хәрби операция барышында илебеҙ мәнфәғәтен яҡлап һәләк булған геройҙарыбыҙҙың яҡындарына дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн яҡташ яугирҙар Шафиҡ Тапаҡов, Данил Хамадиев, Артур Мысыргалин үлгәндән һуң Батырлыҡ орденына, Иҙел Байғужин һәм Илһам Вәхитов үлгәндән һуң “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалына, Альфар Кәипов үлгәндән һуң 2-се дәрәжә “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалына, Кирилл Булатов үлгәндән һуң 2-се дәрәжә “Хәрби батырлығы өсөн” миҙалына лайыҡ булған.
Яҡташтарыбыҙҙың батырлығы мәңгелек! Уларҙың ҡаһарманлығы мәңгегә беҙҙең йөрәктәрҙә һәм ил тарихында ҡаласаҡ.