Яңылыҡтар
16 Апрель , 11:00

Поезда ла диктант яҙасаҡтар

Өфө – Раевка маршруты буйынса йөрөгән “Ҡарлуғас” ҡала яны поезында Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үтәсәк. 

Иртәгә, 17 апрелдә, Башҡортостан Республикаһында, Рәсәй төбәктәрендә һәм хатта сит илдәрҙә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант акцияһы үтә. Сараның төп маҡсаты – башҡорт телен популярлаштырыу һәм грамоталылыҡ кимәлен күтәреү.

Быйыл Өфө – Раевка маршруты буйынса йөрөгән «Ҡарлуғас» ҡала яны поезы диктант үткәреү майҙансыҡтарының береһе буласаҡ. Ҡатнашыусылар мәғрифәти акцияны сәфәр менән берләштереп, юлда уҡ диктант яҙа ала.

Сара поездың төп вагонында үтәсәк. Өфө ҡалаһының тимер юл вокзалынан 13:40 сәғәттә юлға сығыу планлаштырыла.

Диктант тексын “Бүреләр” төркөмө солисы Илшат Абдуллин уҡыясаҡ. Ҡатнашыусыларға башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәргә әҙерләнгән текст тәҡдим ителәсәк, был теләге булған һәр кемгә акцияға ҡушылырға мөмкинлек бирәсәк.

Ойоштороусылар төбәк халҡын һәм ҡунаҡтарҙы диктант яҙыуҙа әүҙем ҡатнашырға һәм ҙур мәҙәни-мәғрифәти сараның бер өлөшө булырға саҡыра.

Автор:
Читайте нас