

Ғаилә башлығы Аҡташ ауылында Рәфис һәм Хәлиҙә Бикбовтарҙың ишле ғаиләһендә донъяға килә. Ивановка мәктәбенең 9-сы класын тамамлағандан һуң, Аҡъяр ауылының 110-сы һөнәрселек училищеһында тракторсы-ауыл хужалығы производствоһы машинисы һөнәрен үҙләштерә. Тап шул осорҙа – 2008 йылда үҙенең буласаҡ тормош иптәше, Йылайыр районы Байғужа ауылы һылыуы Лилиә Марат ҡыҙы менән танышалар. Руслан Рәфис улы ҡулына диплом алғас та 2010 йылдың аҙағында хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Мәскәү өлкәһенең Электросталь ҡалаһында Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәр сафында отделение командиры булып хәрби бурысын үтәй. 2011 йылдың май айында контрактҡа ҡул ҡуйып хеҙмәт итеүен дауам итә. 2012 йылда ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан ваҡытта Лилиә Марат ҡыҙы менән гөрләтеп туй үткәрәләр. Йәштәр өйләнешкәс тә икәүләшеп хәрби часҡа юлланалар. Руслан Рәфис улының контракт ваҡыты бөткәс тыуған яҡтарына ҡайтып, Бүребай ауылында төпләнәләр. Ғаилә башлығы башта «Урал аръяғы» МТС-ында комбайнсы булып эшләй башлай, һуңынан Бүребай тау-бай ыҡтырыу комбинатына проходчик булып урынлаша.
Һәр парҙың мөхәббәт тарихы төрлөсә булһа ла, һәр ғаиләнең бәхет сере бер-береңде аңлау, хөрмәт итеү, һөйөү усағын һүрелтмәй, тормош ығыығыһынан хистәрҙе өҫтөн ҡуйыуҙа һәм, әлбиттә, һәр өйҙөң йәме, йәне булған балаларҙа. Бикбовтарҙың ғаиләһендә өс ул һәм бер ҡыҙ буй еткерә. Улдары Арсен – 4-се, Илгиз – 2-се, Айтуған 1-се класта уҡый. Кесе ҡыҙҙары Айгүзәл балалар баҡсаһының сығарылыш төркөмөнә йөрөй.
Улдары көрәш, шахмат, волей- бол түңәрәктәренә йөрөһә, кескәй Айгүзәл гимнастика менән шөғөлләнә. Төрлө ярыш-конкурстарҙа алдынғылыҡты бир- мәйҙәр.
Тулыраҡ "Хәбулла хәбәрҙәре"нең 15-се һанында уҡығыҙ