Яңылыҡтар
16 Апрель , 10:43

Ирекмәндәр штабы умарталай геүләй

Бәлә берләштерә, тигәндәй, һуңғы йылдарҙа ирекмәндәр хәрәкәтенең киң ҡолас алыуы пандемия осорона тура килә.Бөгөн иһә изге йөрәклеләр махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға тәғәйен әйберҙәр алыу, гуманитар ярҙамды туплау һәм әҙерләү менән мәшғүл.

Ирекмәндәр штабы умарталай геүләйИрекмәндәр штабы умарталай геүләй
Ирекмәндәр штабы умарталай геүләй

Ошо көндәрҙә Хәйбулла райо- нының «Беҙ бергә – көс» хәйриә фонды ҡатын-ҡыҙҙары менән осрашып, күҙгә-күҙ ҡарашып, ДОСААФ бинаһында ойошто- ролған штабтың эше менән яҡындан таныштыҡ.
Хәйбулла районының «Беҙ бергә – көс» хәйриә фондында ғәжәйеп ҡатын-ҡыҙҙар эшләй.
Улар яугирҙар хаҡына бергәләп изге эштәр башҡара. Маҡсаттары бер – махсус хәрби опера- цияла ҡатнашҡан яҡташтарына ярҙам итеү. Был фонд 2023 йылда барлыҡҡа килә. Эште бәләкәй генә бүлмәлә, хәрбиҙәргә үҙебеҙҙә үҫкән шифалы үләндәрҙән сәй әҙерләү менән башлап ебәрәләр. Бер аҙҙан ирекмәндәргә ДОСААФ бинаһында урын бүленә. Унда эшләү өсөн уңайлы шарттар булдырылып, маскировка селтәрҙәре үреү өсөн станоктар, ҡорот, емеш киптереү өсөн прибор, әйберҙәр һаҡлау өсөн кәштәләр ҡуйылған. Ирекмәндәрҙең бөтәһе лә тиерлек хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан улар штабҡа көн һайын эшкә килгән һымаҡ килә. Волонтерҙарға аҡсалата һәм башҡа төр ярҙам менән район халҡы, эшҡыуарҙар ярҙам күрһәтә. Оло йөрәкле уңғандар маскировка селтәрҙәре үрәләр, шифалы үләндәрҙән сәйҙәрҙе төргәктәргә һалып оҙаталар, һалдаттар өсөн йылы ойоҡтар бәйләйҙәр. Ирекмәндәр әйтеүенсә, ялға ҡайтҡан һалдаттар менән осрашыуҙар ҙа штабта үтә – хәрбиҙәр уларҙың көтөп алған ҡунағы. Улар егеттәрҙе маскировка селтәрҙәре, кәрәкяраҡтар hәм бүләк-күстәнәстәр биреп оҙаталар. Күрһәткән ярҙамдары өсөн ил һаҡсыларынан рәхмәт һүҙҙәре ишеткәс, тағын да ҡанатланып эшләйҙәр.
Изге эштә ҡайнап йөрөгән миһырбанлы волонтерҙар аҙнаһына 2-3 тапҡыр бергәләп «Таналыҡ» бассейнына, концерттарға ла барырға форсат таба.
Ирекмәнлек эшенә күбеһенсә күңелдәре ҡатмаған, рухтары һынмаған, ил яҙмышына бита- раф булмағандар ҡушыла. Бын- дай кешеләр менән һоҡланмау мөмкин түгел, барлыҡ изге эште улар күңелдәре ҡушыуы буй- ынса башҡара.  «Берҙәм булғас, барыһы ла килеп сыға. Яугирҙар беҙҙең ярҙамды ала, халыҡ улар менән бергә икәнде белеп, ҙур таяныс тоялар. Әлбиттә, барыбыҙҙа ла бер теләк – донъялар тиҙерәк тынысланһын, һалдаттар барыһы ла имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡай- тһындар», – тигән изге теләктәр менән хушлашты оло йөрәкле ирекмәндәр.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас