

«Ватанды һаҡлаусылар» фондының төбәк филиалы сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнгән ветерандары йәшәгән йортто яраҡлаштырыу мәсьәләһен хәл итә. Уларҙың йәшәү шарттарын тикшереү өсөн фондтың социаль координаторҙары махсус комиссия менән берлектә районға сыға. Бөгөнгө көнгә республика буйынса 270-тән ашыу МХО ветеранынан торлаҡ шарттарын яраҡлаштырыуға заявка килгән, шуларҙың 235-нең йәшәү шарттары тикшерелеп, кәрәкле үлсәмдәр алынған, ә әлеге ваҡытта 65 яугир бөтә уңайлыҡтар менән йыһазландырылған йортта йәшәйҙәр ҙә инде.
Ошо арала программа сиктәрендә «Ватанды һаҡлаусылар» төбәк фонды етәксеһе урынбаҫары Ирек Зарипов, райондың социаль координаторы Лилиә Шәкирова, район инвалидтар ойошмаһы рәйесе Гөлсирә Хәкимова, район комиссияһы составына ингән белгестәр Аҡъяр ауылында йәшәүсе сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән махсус хәрби операция ветерандары Юлдаш Абдуллин һәм Дамир Күсәковтың торлаҡ шарттарын тикшерҙе.