

Ивановка ауылында лайыҡлы тормош һәм хеҙмәт юлы үткән өлгөлө парҙар күп. Шундай ғаиләләрҙең береһе –ярты быуат татыу ғүмер кисергән Факил һәм Фәүзиә Торомтаевтар.
Торомтаевтарҙың өлгөлө ғаиләһе 1976 йылдың 26 июнендә барлыҡҡа килә.
Фәүзиә Сәмиғулла ҡыҙы хозур тәбиғәтле Бикбау ауылында 1957 йылда йәмле май айында донъяға килгән. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала.
–Башланғыс класта уҡытыусыбыҙ Мөхәмәтғәле Иштәкбаев төплө белем бирҙе. 5-се класҡа Йәнтешкә йәйәү йөрөп уҡыныҡ. Ҡыш көндәре атайҙар ат менән алып йөрөнө. Бикбау ауылы бөткәс, ғаиләбеҙ менән Ивановкаға күстек. Бында 8-се класты тамамлағас, йүнәлтмә менән Саҡмағош училищеһында һатыусы һөнәрен үҙләштерҙем. 10 йылға яҡын Ивановка, Аҡташ магазиндарында һатыусы булып эшләнем. Һуңынан Ивановка участка дауаханаһына эшкә күстем. Шул осорҙа беҙҙең дауаханала бағыныр өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа, медицина ҡорамалдары, рентген, лаборатория булды. Үҙ эшен яҡшы белгән табиптар эшләне. Күрше ауылдарҙан, хатта Йылайыр районынан да килеп дауаландылар, – тип хеҙмәт йылдары тураһында хәтер ебен һүтте Фәүзиә Сәмиғулла ҡыҙы.
Ул Ивановка участка дауаханаһында оҙаҡ йылдар санитарка булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Намыҫлы хеҙмәте өсөн Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була.
Ғаилә башлығы 1951 йылда Утарбай ауылында ишле ғаиләлә донъяға килгән.
–Утарбайҙа 1-се класты тамамлағас, Ивановкаға йәшәргә күстек. Был заманда бында урыҫтар күп йәшәне, ә беҙ бер ауыҙ һүҙ русса белмәй инек. Шуға күрә беҙҙе русса белмәй тип, ҡабаттан 1-се класҡа ултырттылар. 10-сы класты тамамлағас, ике ай Степной мәктәбендә физкультура, рәсем, хеҙмәт дәрестәрен уҡыттым. Артабан ике йыл Ҡаҙағстанда хәрби бурысымды үтәнем. Мәктәптә уҡығанда спортты яраттым: еңел атлетика, волейбол менән шөғөлләнҺөйөүҙә
һәм татыулыҡта бәхетле ғүмер кисерә улар
Ивановка ауылында лайыҡлы тормош һәм хеҙмәт юлы үткән, әле лә матур йәшәү рәүеше менән өлгө булған парҙар күп. Шундай ғаиләләрҙең береһе –ярты быуат татыу ғүмер кисергән Факил һәм Фәүзиә Торомтаевтар. Ике уңған бергә тура килгәнгә лә, тормош йөгөн бергә тартҡанға ла уларҙың донъялары етеш һәм ҡотло. дем, саңғыла йөрөнөм, төрлө ярыштарҙа ҡатнаштым. Шуға күрә армиянан һуң, Стәрлетамаҡ физкультура техникумына уҡырға индем, – тип әңгәмәгә ҡушылды Факил Сәхиулла улы.
Ул техникумды уңышлы тамамлағас, Ивановка мәктәбендә оҙаҡ йылдар физкультуранан уҡыта. Бер нисә йыл мәктәп директоры вазифаһын да башҡара. Бер нисә быуын спортсыларҙы тәрбиәләп сығара. 45 йыл хеҙмәт стажы менән хаҡлы ялға сыға. Тырышлығы, маҡсатҡа ынтылыусанлығы, хеҙмәтенең һөҙөмтәлелеге тейешенсә баһалана. Уның күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте тураһында “Башҡортостандың мәғариф отличнигы”, “Башҡортостандың иң яҡшы физкультура уҡытыусыһы”, “Почетлы өлкән уҡытыусы” билдәләре һәм Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлыҡтарының бихисап Почет грамоталары һөйләй.
Торомтаевтар 3 балаға ғүмер биреп, уларҙы итәғәтле, эшһөйәр итеп тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өлгөлө пар иркен, ҙур йорт һалып сыҡҡан. Ике ейәнсәр, өс ейән һәм ике бүләһе өсөн ҡыуанып ғүмер итәләр. Өлкән улдары Илфат ғаиләһе менән Ханты-Манси автономиялы округының Радужный ҡалаһында йәшәй. Нефть компанияһында эшләй, ә ҡатыны Зөлфирә – психолог. Икенсе улдары Шамил тәжрибәле электрик, ҡатыны Зөлфиә һатыусы – улар Бүребай ауылында йәшәйҙәр. Ҡыҙҙары Айгөл һөнәре буйынса шәфҡәт туташы, тормош иптәше Наил һәм балалары менән Аҡъярҙа йәшәйҙәр.
Уңған хужаларҙың баҡсаларында йыл һайын емеш-еләк, йәшелсә ишелеп уңа. Егәрле хужабикә уларҙан ҡыш буйына етерлек төрлө ҡайнатмалар, компот, салаттар, тоҙламалар эшләп ала.
Факил Сәхиулла улы 10 йылдан ашыу дин юлында, биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмай, йыл да ураҙа тота. Ауыл мәсетенең имамы булып тора. Өфөлә Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжында ситтән тороп белем ала. Былтыр ғинуар айында уға кесе Хаж ҡылыу бәхете лә насип булған.
Июнь айында Торомтаевтарҙың бергә йәшәүҙәренә 50 йыл тула. Бөгөн улар үткән тормоштары менән ҡәнәғәт һәм алтын туйға етеүҙәре менән бәхетлеләр.