Яңылыҡтар
13 Апреля , 10:08

Автобусҡа бәрелеп ике ғүмер өҙөлдө

Ҡурҡыныс авария бөгөн таң менән булды. 

Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәте буйынса, бөгөн иртән Шишмә — Ҡырғыҙ-Миәкә автомобиль юлының 62-се километрында, Дәүләкән районында “ВАЗ-2110” һәм “Форд Транзит” бәрелешкән.

Юл-транспорт ваҡиғаһында еңел машинаның водителе һәм пассажиры урында уҡ көслө бәрелештән вафат була. Автобуста пассажирҙар булмауы билдәле. Водитель зыян күрмәгән.

Полиция хеҙмәткәрҙәренең фажиғә сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлау буйынса эшен координациялау өсөн юл-транспорт ваҡиғаһы урынына БР Дәүләт автоинспекцияһы начальнигы урынбаҫары полиция полковнигы Олег Дмитриев юлланды.

Ваҡиғаның нескәлектәре асыҡлана.

Автор:
Читайте нас