

Зәйтүнә Әйүп ҡыҙының тормош юлы барлыҡ һуғыш осоро балаларыныҡы кеүек. Аҡнаҙар ауылында тыуған, Аҡьюл ауылына килен булып төшә, шунда почтальон булып эш башлай. Дүрт баланы етем итеп, тормош иптәше иртә мәрхүм булып ҡала. Һуңынан Үрнәк ауылына, үҙе һымаҡ тол ҡалған Байтимер Яҡуп улына кейәүгә сыға инәй. Икәүләп ун баланы аяҡҡа баҫтырып, оло тормош юлына сығара улар. Зәйтүнә Әйүп ҡыҙы Үрнәккә килгәс тә почтальон эшен дауам итә, кешеләр уны хөрмәт итә. Киң күңелле, ихлас кешеләр булғанғамы уларҙың йортонан бер ҡасан да кеше өҙөлмәй.
Зәйтүнә Әйүп ҡыҙын ихлас күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ! Уға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ!
Сығанаҡ: район хакимиәте