Тиҙлекте арттырған өсөн штраф күләме ике шартҡа бәйле – тиҙлекте күпмегә арттырғанһығыҙ һәм һуңғы йылда һеҙҙең тарафтан быға оҡшаш ҡағиҙә боҙоу теркәлгәнме. Санкцияларҙы регламентлаусы төп документ – РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 12.9-сы статьяһы.
Экономияларға теләһәгеҙ, штрафты 30 көн эсендә түләгеҙ – 25% ташлама бирелә. Әммә был бөтә осраҡтарҙа ла ҡулланылмай.
Айырым тикшерәйек:
Тиҙлекте 20-40 км/сәғ арттырған осраҡта – штраф күләме 750 һум. Ҡабат тотолғанда – шул уҡ.
Тиҙлекте 40-60 км/сәғ арттырғанда – тәүге тапҡыр штраф 1500-2250 һум. Ҡабаттан – 3000-3750 һум (инспектор туҡтатһа) йәки 3000 һум (камера теркәһә). Ташлама юҡ.
Тиҙлекте 60-80 км/сәғ арттырғанда – 4-6 айға праванан мәхрүм итеү йәки 3000-3750 һум штраф ҡаралған. Ҡағиҙәне ҡабат боҙғанда транспорт йөрөтөү хоҡуғынан 1 йылға мәхрүм итеү (инспектор туҡтатһа) йәки 7500 һум штраф (камера теркәгәндә) ҡаралған. Ташлама юҡ.
Тиҙлекте 80 км/сәғ күберәк арттырғанда – 7500 һум штраф йәки 6 айға транспорт йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм итеү көтә. Инспектор туҡтатҡан осраҡта эште суд тикшерә. Ҡағиҙә бойоу ҡабатланһа – 1 йыл транспорт йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм итеү йәки 7500 һум штраф ҡаралған. Ташлама юҡ.
Тиҙлек режимын өсөнсө тапҡыр боҙоу енәйәт яуаплылығына килтереүе ихтимал. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәгеҙ!