Башҡортостан Башлығы гранттары фонды 3 апрелдә йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге проекттарға ярҙам маҡсатында конкурс иғлан итте. Заявкалар 4 майға, урындағы ваҡыт буйынса 17.00 сәғәткә тиклем грантыглавы.рф сайтында ҡабул ителә.
Еңгән осраҡта, проектты тормошҡа ашырыу өсөн ике миллион һумға ҡәҙәр финанс ярҙамы алырға мөмкин. Конкурста бер йылдан ашыу элек рәсми теркәлгән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҡатнаша ала. Проектты тормошҡа ашырыу 2026 йылдың 1 авгусынан башланырға һәм 2027 йылдың 31 июленә тиклем тамамланырға тейеш. Конкурстың төп шарттарының береһе – проекттың маҡсатлы төркөмөн 14 – 35 йәшлектәр тәшкил итеүе мөһим.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдименә ярашлы, грантҡа конкурста студенттар өсөн айырым йүнәлеш бар: республиканан сыҡҡан йәштәр тыуған төйәген танытыу маҡсатында социаль проект эшләп, тормошҡа ашыра ала. Был осраҡта Рәсәйҙең башҡа субъекттарында теркәлгән коммерцияға ҡарамаған ойошма заявка биреү хоҡуғына эйә, ә проект етәксеһенең илдең бүтән төбәгендә юғары белем алған, Башҡортостандан сыҡҡан кеше булыуы шарт.
“Быйыл конкурс йүнәлештәре йәштәр сәйәсәте тураһындағы законда нығытылған бурыстарға ярашлы киңәйтелде. Улар илһөйәрлек тәрбиәһенән алып йәш ғаиләләргә ярҙамға тиклем күп башланғыстарҙы үҙ эсенә ала. Өҫтәүенә 2024 йылда Башҡортостан Башлығы тарафынан ҡуйылған бурысты үтәүҙе дауам итәбеҙ – башҡа төбәктәрҙә белем алған яҡташ студенттарға булышлыҡ ҡылабыҙ. Ә йәштәребеҙ илдең төрлө урындарында уҡый. Бәләкәй Ватаны менән бәйләнеште һаҡлаһындар өсөн, уларға әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге биреү мөһим”, – ти Башҡортостан Башлығы гранттары фонды генераль директоры Люция Сәйфуллина. Йәштәр өсөн был конкурс дүртенсе йыл үткәрелә. Ошо ваҡыт эсендә 415 заявка ҡабул ителгән. Улар араһынан 64 проектҡа, дөйөм алғанда, 90 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән.
Грантыглавы102.рф рәсми сайтында конкурста ҡатнашырға теләгәндәргә талаптар, грант биреү шарттары, ҡағиҙәләре тураһында тулы мәғлүмәт менән танышырға мөмкин. 6 апрелдә Йәштәр йортонда (адресы: Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 86) ошо мәсьәләләргә ҡағылышлы белем биреү семинары ла уҙғарыла. Мәғлүмәт фондтың социаль селтәрҙәге төркөмөндә баҫылған: https://vk.com/grantrb.
Белешмә. Фонд тарафынан 2020 – 2025 йылдарҙа, дөйөм алғанда, 24 конкурс үткәрелгән, уларға биш меңдән ашыу заявка килгән. Социаль әһәмиәтле 990 проект ярҙам алған. Еңеүселәр – республиканың 55 муниципаль берәмегенән һәм Рәсәйҙең ете субъектынан. Грант ярҙамының дөйөм суммаһы 1,5 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән, уның 1068 миллион һумы – Башҡортостан бюджетынан, 462,86 миллион һумы – Президент гранттары фонды финанслашыуы иҫәбенә.