Музыкаль төркөм Анкара ҡалаһында үткән төрки халыҡтарҙың яҙғы Наурыҙ байрамында сығыш яһаны. Тамашанан һун музыканттар Төркиә президенты менән күрешкән. Башҡортостан ҡунаҡтары ил башлығына ҡурай бүләк иткән. Яуап итеп Төркиә президенты музыканттарға исемле сәғәттәр әҙерләгән.
"Төркиә башлығы беҙҙең сығышты юғары баһаланы. Осрашыу йылы мөхиттә, ҡурай моңдары менән үрелеп барҙы", - ти музыканттар.