Яңылыҡтар
31 Март , 07:03

Республикала яҙға һәм йәйгә һауа торошо билдәле булды

Башгидромет 2026 йылғы вегетация осорона һауа температураһы һәм яуым-төшөм фаразы менән таныштырҙы. Апрелдән сентябргә тиклемге осор күҙ уңында тотола.

Республикала яҙға һәм йәйгә һауа торошо билдәле булдыРеспубликала яҙға һәм йәйгә һауа торошо билдәле булды
Республикала яҙға һәм йәйгә һауа торошо билдәле булды

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, яҙғы-йәйге миҙгелдә республикала уртаса һауа температураһы нормаға ярашлы һәм унан юғарыраҡ булмаҡсы. Апрелдә уртаса температура +4, +6, майҙа +11, +14, июндә +16, +19, июлдә +17, +21, августа +15, +19, ә сентябрҙә +9, +12 градус.

Яуым-төшөм күләме апрелдә (20-40 мм), майҙа (35-55 мм), июндә (50-70 мм), августа (45-65 мм) һәм сентябрҙә (35-55 мм) климат нормаһына ярашлы булыуы көтөлә.

Августа Башҡортостандың көньяҡ, июлдә төньяҡ һәм көнсығыш райондарында яуым-төшөмдөң артыуы ихтимал.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-31/v-bashkirii-sostavili-prognoz-pogody-na-vesnu-i-leto-4633079

Автор: Гөлфиә Акулова
Автор:
Читайте нас