Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Март , 16:05

Бала бесәй тешләгәндән һуң вафат булған

Табип әйтеүенсә, медицина ярҙамы һорап шунда уҡ мөрәжәғәт итмәгәндәр...    

Башҡортостанда туғыҙ йәшлек бала бесәй тешләгәндән һуң вафат булған. Был хаҡта матбуғат конференцияһында табип-эпидемиолог Надежда Баймәтова һөйләне.

Хәл былай була. Бала урам бесәйе менән уйнай, һәм хайуан уны яралағансы тешләй. Табип әйтеүенсә, медицина ярҙамы һорап шунда уҡ мөрәжәғәт итмәгәндәр, ә байтаҡ ваҡыт үткән, шуға күрә баланы ҡотҡарып булмаған.

Был ҡыҙғаныс хәл берәҙәк хайуандар менән уйнарға һәм тоторға ярамағанлығы хаҡында һөйләй.

Автор:
Читайте нас