Яңылыҡтар
28 Март , 09:16

«Шөкөр итәм ошо бәхеткә», – ти Хөмәйрә Рәхимова

Һуғыш осоро йылдарында тыуғандарҙың, ғәҙәттә, яҙмышы һәм тор ошо оҡшаш. Уларҙың кемеһен генә алһаң да Тыуған илебеҙ сәскә атыуы хаҡына фиҙаҡәр хеҙмәт, бер-береһенә ҡарата ихтирамлылыҡ, ярҙамсыллыҡ сифаттары берләштерә. Шундайҙарҙың береһе – Аҡъяр ауылынан Хөмәйрә Рәхимова ошо арала үҙенең 85 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.

«Шөкөр итәм ошо бәхеткә», – ти Хөмәйрә Рәхимова«Шөкөр итәм ошо бәхеткә», – ти Хөмәйрә Рәхимова
«Шөкөр итәм ошо бәхеткә», – ти Хөмәйрә Рәхимова

–Атайым Фин һуғышында ҡатнашҡанда әсирлеккә эләгеп, бик оҙаҡ йылдар ҡайта алмаған. Бәхетенә күрә, бер бай кешелә хеҙмәт иткән. Хужаһы яҡшы кеше булғанғалыр, уға тыуған яғына ҡайтырға ярҙам итә. Атайыбыҙ эшкә бик әрһеҙ булды, оҫта һунарсы, балыҡсы ла ине, бал ҡорто ла тотто, – тип әңгәмәне башланы мәҡәләм геройы.
Хөмәйрә Шәйхислам ҡыҙы 1941 йылдың март айында Ғәлекәй (хәҙер бөткән ауыл) ауылында алтынсы бала булып донъяға килеп, һуңынан ғаиләһе менән Ҡараһыу ауылына күсәләр. Бынан байтаҡ йылдар элек йөрәгендәге мәңге онотолмаҫ яраларын ҡуҙғатып, хәтирәләргә бирелеп, күңелен өҙгөләгән хәтирәләрен барланы ул. Һуғыштан һуңғы йылдар ауыр булһа ла, тормош әкренләп ыңғай яҡҡа тәгәрәй, көнкүреш бер аҙ арыулана бара. Шулай ҙа юҡсылыҡ заманы үҙен һиҙҙерә. Бала сағы бер генә лә онотолмай, бәләкәй саҡтан уйынсыҡ менән уйнау эләкмәгәндер, үкенесле мәлдәр ҙә күп булғандыр. Ғөмүмән, шул йылдарҙағы тиҫтерҙәре кеүек үк, бөтә ауырлыҡтар улар иңенә төшә. Күргән ауырлыҡтары, аслыҡ-яланғаслыҡ эҙһеҙ үтмәй – әсәһе Мөғлифә сирләп түшәккә ята. Күп тә үтмәй һөйөклө әсәһе ҡаты ауырыуҙан һуң мәрхүм була. Бер-бер артлы апай-ағайҙары ла ауырып, яҡты донъя менән хушлашалар... Шулай ҙур ғаиләнән яңғыҙы ғына ҡала Хөмәйрә Шәйхислам ҡыҙы.

Мәҡәләне тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре"нең 12-се һанында уҡығыҙ

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас