Яңылыҡтар
28 Март , 06:42

“Ғүмерҙең үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдым”

Матбуғат ветераны Фәрзәнә Зөлҡәрнәева оло юбилейын билдәләне

“Ғүмерҙең үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдым”“Ғүмерҙең үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдым”
“Ғүмерҙең үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдым”

Аҡъяр ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Фәрзәнә Зөлҡәрнәеваның  бөтә ғүмере район гәзиттәре типографияһы менән бәйләнгән. РСФСР-ҙың матбуғат отличнигы Фәрзәнә Зәйнулла ҡыҙы ошо көндәрҙә үҙенең 90 йәшлек оло юбилейын билдәләне.

Фәрзәнә Зәйнулла ҡыҙы 1936 йылдың 25 февралендә Аҡъяр ауылында Юлдашбаевтарҙың  ишле ғаиләһендә донъяға килә. Ауыр заман булһа ла атаһы Зәйнулла һәм әсәһе Мәлихә үҙҙәренең һигеҙ балаһын тәрбиәләп аяҡҡа баҫтыра. Өҫтәүенә бер туған ҡустыһының улы Дамир һәм ҡыҙы Хәлимәне лә үҙ ҡанаты аҫтына алып ҡарағандар. Фәрзәнә апайҙың бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә.  Башҡа тиҫтерҙәре кеүек ул да замана ауырлыҡтарын күп татый.

-Һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарҙа кисергән ҡыйынлыҡтарҙы хәтергә төшөрөп, һуғыш осоро балаларын йәлләтеү өсөн иҫкә алмайым, улар быға мохтаж түгел. Тик күңел төпкөлөндә ҡалған әрнеүҙәр, үкенеүҙәр, хатта ҡайһы бер ғәҙелһеҙлектәр күңел тыныслығы бирмәй, - ти юбиляр.

Бәләкәй Фәрзәнә 8 йәшендә мәктәпкә бара, буш ваҡыттарында эшләп,  колхоз баҫыуҙарында бойҙай утай, әсәһе менән бергә һарыҡтарҙың йөнөн ҡырҡа.

1955 йылда йәш ҡыҙҙың тормошо ҡырҡа үҙгәрә. Бер ваҡыт әхирәттәре менән киноға барырға йыйыналар. Ул йылдарҙа һинд фильмдары бөтә ерҙә лә күрһәтелә. Киноға юл ыңғайы ҡыҙҙарға типографияға эшселәр талап ителеүе тураһында әйтәләр.

-Ул ваҡытта 8-се класты тамамлап, Сталин исемендәге колхозда утауҙа эшләй инем. Типографияла үҙ көсөмдө һынап ҡарарға булдым һәм мине ике айға өйрәнсек итеп алдылар, - тип хәтерләй Фәрзәнә Зөлҡәрнәева.

Шулай итеп юбилярҙың баҫма эшендә хеҙмәт юлы башлана. Йәш ҡыҙ тырыш һәм ныҡышмал була. Бер айҙан уға оригиналдар менән эшләүҙе ышанып тапшыралар, ә өс ай эсендә ул 150 һум - ул заман өсөн ҙур аҡса ала.

 Типография иҫке, һыуыҡ бинала урынлашҡан була. Мейес яғып йылытыла. Электр уты булмай ҡул менән хәреф йыйыусылар кәрәсин лампаһы яҡтыһында эшләйҙәр. Байтаҡ кешеләр түҙмәй эштән китәләр. “Төндәр буйы эшләп, таңға тиклем һуҙыла ине.  Күптәр эшкә килеп, эш ауырлығына сыҙамай китеп торҙо, тик әрһеҙҙәр, түҙемлеләр генә ҡалды”, - тип йылмая юбиляр.

Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, йәшлек үҙенекен итә. Сменан һуң коллектив художестволы үҙешмәкәрлек менән шөғөлләнә. Фәрзәнә Зәйнулла ҡыҙы  бейергә ярата, спектаклдәрҙә уйнай, ауылдарға йөрөп концерттар ҡуялар.

1973 йылда типография яңы бинаға күсә, эш шарттары яҡшыра. “Техникаларҙың торошо яҡшырҙы, яңы ҡорамалдар алынды, хеҙмәт шарттары үҙгәрҙе”, - тип дауам итте әңгәмәсем. Һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт итә ул. 1986 йылда зыянлы эштә эшләгәне өсөн 50 йәшендә пенсияға сыға. Әммә директор Урал Зыя улы эштә ҡалырға күндерә һәм ул тағы ла биш йыл эшләй.  Фәрзәнә Зәйнулла ҡыҙы хеҙмәт юлын бер урында ғына үтә. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн “Хеҙмәт ветераны”, Социалистик хеҙмәт ударнигы”, “РСФСР-ҙың матбуғат отличнигы” маҡтаулы исемдәренә лайыҡ була.

1959 йылда Юлдыбай ауылы егете Янсаф Рамаҙан улына кейәүгә сығып,  53 йыл татыу ғүмер кисерәләр. Ҙур йорт төҙөп инәләр. Нәйлә, Лилиә, Гөлназ исемле ҡыҙҙар үҫтерәләр. Үкенескә күрә, улдарының ғүмере ҡыҫҡа була. Бөгөн барыһы ла эйәле-башлы булып матур донъя көтәләр.

Фәрзәнә Зәйнулла ҡыҙының йортонда һәр ваҡыт ҙур хужалыҡ була, мал-тыуар аҫрайҙар, ҡош-ҡорт тоталар. Буш ваҡыттарында ул бәйләй. Мәҡәләм геройы бөгөнгә тиклем ваҡытлы матбуғатҡа тоғро ҡалып, һаман да ике телдә сыҡҡан район гәзиттәрен яҙҙыра. Бөгөн матбуғат ветераны  балалары, 6 ейән-ейәнсәре һәм 7 бүлә-бүләсәре араһында бәхетле ҡартлыҡ кисерә. “Ғүмерҙең нисек үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдым” - ти юбиляр.

Фәрзәнә Зәйнулла ҡыҙын Хәйбулла мәғлүмәт үҙәге коллективы исеменән 90 йәшлек оло юбилейы менән ихлас күңелебеҙҙән ҡотлайбыҙ. Һәр атҡан таңға ҡыуанып, именлектә-һаулыҡта 100 йәшен ҡаршылауын теләйбеҙ.

“Ғүмерҙең үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдым”
“Ғүмерҙең үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдым”
“Ғүмерҙең үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдым”
Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас