

Һыу аҫты кәмәһендә өс йыл хеҙмәт итеү Мәүлит Искәндәр улына ҙур сынығыу бирә. Ул донъя күреп, диңгеҙ гиҙеп, ысын ир-егеттәр мәктәбен үтеп ҡайта. Хеҙмәтен тултырып тыуған яҡҡа ҡайтҡас, “Салауат” колхозында агроном булып эшләй. Сибайҙа ауыл хужалығы техникумын, Өфөлә Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай. Колхоз тарҡалғас, урман хужалығында, ауыл биләмәһе хакимиәтендә эшләп хаҡлы ялға сыға. Әле урындағы ветерандар советы рәйесе булып тора. Ҡатыны Рәшиҙә Бикмырҙа ҡыҙы менән 49 йыл татыу ғүмер кисерәләр, 4 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Бөгөн улар 8 ейән-ейәнсәргә бәхетле ҡартатай һәм өләсәй. Татыу ғаилә мал-тыуар аҫрап, баҡса үҫтереп, матур донъя көтәләр.
- Диңгеҙҙә көсһөҙ кешеләр була алмай, улар бөтә шәхси сифаттарын аса, характерҙарын сыныҡтыра, дисциплинаға өйрәнә. Шуға күрә флотта хеҙмәт итеү - иң ҡатмарлы һәм абруйлыларҙың береһе һанала. Беҙҙең заманда армияла хеҙмәт итмәү хурлыҡ булды. Йәше еткән һәр бер егет Ватан алдындағы үҙ бурысын лайыҡлы үтәне. Беҙ хеҙмәт иткән осорҙа тәртип шул тиклем көслө булды. Әле хәрби частарҙа шундай тәртип урынлаштырһалар яҡшы булыр ине, - тигән фекерҙә элекке моряк.
Мәүлит Искәндәр улын һәм барлыҡ һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеүселәрҙе байрамдары менән ҡотлайбыҙ һәм иҫәнлек-һаулыҡ теләп ҡалабыҙ.