МАХ ҡушымтаһында ата-әсәләр һәм балалар өсөн электрон көндәлек порталы чаты булдырылды. Һанлы үҫеш министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был платформа уңайлы сервистар менән тулылана бара. Электрон көндәлек белем биреүҙе ойоштороуҙа ҡулланыла.
Чат-бот мәғлүмәт алыуҙы күпкә уңайлы итә. Уны ҡулланыу өсөн телефон номерын "Сферум" системаһы аша теркәргә кәрәк.