Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Март , 15:13

Башҡортостан райондарында участкаларҙы БПЛА ярҙамында тикшереү башлана

Ағымдағы йылда биш районда 31 ҡасабаны тикшереп сығыу планлаштырыла.

Башҡортостан райондарында участкаларҙы БПЛА ярҙамында тикшереү башлана
Башҡортостан райондарында участкаларҙы БПЛА ярҙамында тикшереү башлана

2026 йылға Росреестр и Роскадастр Башҡортостандың биш муниципалитетында 31 тораҡ пунктты һауанан тикшерергә планлаштыра. Улар – Балтас, Дүртөйлө, Илеш, Краснокама, Учалы райондары. Эште өс БПЛА башҡара. Аппараттар 100-300 метр бейеклектә оса һәм һауа судноларына ла, халыҡҡа ла уңайһыҙлыҡтар тыуҙырмай. Тикшереү өсөн милекселәрҙең ризалығы кәрәкмәй, муниципалитеттарҙан рөхсәт алына, тип билдәләнеләр Башҡортостан буйынса Росреестрҙа.

Уҙған йылда Архангел, Ғафури, Иглин, Тәтешле, Ҡариҙел һәм Көйөргәҙе райондарында 34 ҡасаба тикшерелде, ер ҡануниәтен боҙоу билдәләре булған 964 участка асыҡланды, тип хәбәр иттеләр Росреестрҙан. Шулай уҡ аэрофототөшөрөү Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестры мәғлүмәттәрендә хаталарҙы төҙәтергә һәм ерҙең тәғәйенләнеше буйынса файҙаланыу-файҙаланылмауын, участкала ниндәй ҡаралтылар тороуын тикшерергә мөмкинлек бирә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Росреестр эшләү өсөн тәүге пилотһыҙ осоу аппараттарын 2022 йылда һатып алғайны.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2026-03-24/v-kakih-rayonah-bashkirii-zapustyat-bpla-dlya-obsledovaniya-uchastkov-4625141

Автор: Элина Әхмәтова
Фото: Башҡортостан буйынса Росреестр | архив
 
Автор:
Читайте нас