Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март , 09:21

Радик Юлъяҡшиндың ғаиләһе артҡан

Кемдәре бар икән?.. Был хаҡта йырсының кәләше Инзилә социаль селтәрҙә шатлыҡлы яңылығын уртаҡлашҡан.    

Башҡортостандың халыҡ  артисы Радик Юлъяҡшиндың (Элвин Грей) ғаиләһендә яңы ғаилә ағзаһы барлыҡҡа килгән. Йырсының кәләше  Инзилә социаль селтәрҙә шатлыҡлы яңылығы менән уртаҡлашҡан.

Юлъяҡшиндар йорт хайуаны - Ай исемле шотланд бесәй балаһы алған. Инзилә әйтеүенсә, бесәй алыу идеяһы күптән барлыҡҡа килгән, әммә ҡарар шунда уҡ ҡабул ителмәгән. “Мин күптән бесәй балаһы алыу тураһында хыяллана инем, ләкин Радикҡа ризалашыу өсөн бер аҙ ваҡыт кәрәк булды”, - тигән йырсының хәләл ефете.

Социаль селтәрҙәрҙә бесәйҙең матур фотолары кешеләрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан, күп йылы комментарийҙар һәм ғаиләгә изге теләктәр яҙғандар.

Автор:
Читайте нас