Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Март , 10:55

Йәшәү йәме ғаиләлә

«Күп балалы булыу – оло бәхет», — ти Йәнтеш ауылынан Фәнис һәм Гөлнар Иштәкбаевтар

Йәшәү йәме ғаиләлә
Йәшәү йәме ғаиләлә

Йәнтеш ауылында йәшәүсе Гөлнар һәм Фәнис Иштәкбаевтарҙың ғаилә бәхетенә күҙ генә теймәһен. Уңған, эшһөйәр йәштәр сынъяһау итеп донъя ҡорорға ла биш балаға атай һәм әсәй булырға ла өлгөргән. Сабыйҙарының бала сағы бәхетле булһын өсөн хәстәрлекле ата-әсә өйҙә барлыҡ уңайлыҡтар ҙа булдырған. Уларҙың улдары һәм ҡыҙының да йөҙҙәрендә нур балҡый, өйҙөң һәр бүлмәһенән шатлыҡ бөркөлә кеүек.
Гөлнар Рауил ҡыҙы Ейәнсура районы Башбармаҡ ауылында донъяға килә. Яңыбай урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Йоматау аграр техникумының юриспруденция факультетына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас та Иҫәнғол ауылының район судында белгес булып хеҙмәт юлын башлай. Өс йыл эшләгәндән һуң, 2005 йылда Гөлнарҙы Йәнтеш ауылында урынлашҡан «Һаҡмар» шифаханаһына кадрҙар буйынса белгес итеп эшкә саҡыралар. Күп тә үтмәй, ата-әсәһе лә Бүребай ауылына күсә. Шифаханала эшләгән осорҙа буласаҡ тормош иптәше Фәнис Юлай улы менән танышып, 2009 йылда йәштәр ғаилә ҡоралар. 

Фәнис Иштәкбаев Йәнтеш ауылында тыуып үҫкән. 9-сы класты тамамлағандан һуң Сибай педагогия колледжына уҡырға инә. Диплом алғас тыуған ауылына ҡайтып мәктәптә хеҙмәт, физкультура дәрестәренән уҡыта башлай. Бер аҙ эшләгәндән һуң «Һаҡмар» шифаханаһына тәрбиәсе булып эшкә урынлаша. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында тарих факультетын тамамлап, мәктәптә балаларға тарих фәненән уҡыта. 

Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре"нең 11-се һанында уҡығыҙ

Автор: Ильнара Аптикова
Читайте нас