Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Март , 10:00

Кешелә йыумағыҙ!

Ә һеҙ ҡунаҡтарҙан һауыт-һаба йыуҙыраһығыҙмы? Бәлки, үҙегеҙ ҡунаҡта хужабикәгә ярҙам итергә теләйһегеҙҙер? Күбебеҙҙең ҡунаҡта рәхәтләнеп ашағандан һуң хужаларға ярҙам итеү һәм һауыт-һаба йыуышыу теләге тыуа. Ләкин эксперттар, был эш урынһыҙ ғына түгел, ә хәүефле лә булыуы ихтимал, тип иҫкәртә.   

Күбебеҙҙең ҡунаҡта рәхәтләнеп ашағандан һуң хужаларға ярҙам итеү һәм һауыт-һаба йыуышыу теләге тыуа. Ләкин эксперттар, был эш урынһыҙ ғына түгел, ә хәүефле лә булыуы ихтимал, тип иҫкәртә. Ҡайһы берәүҙәр ырым-ышаныстар тураһында уйлай: имеш, ҡунаҡ һеҙҙең аҡсағыҙҙы, бәхетте һәм һаулыҡты йыуа. Бәғзеләр сит кешене үҙенең донъяһына индерергә теләмәй. Әйҙәгеҙ, ни өсөн ҡунаҡта ҡашығаяҡ йыуыу бигүк уңышлы аҙым түгел икәнен ҡарайыҡ.

Шәхси сиктәр

Беренсе сиратта, сит кешенең өйөндә һауыт-һаба йыуыу хужаларҙың шәхси сиктәренә зыян килтерергә мөмкин. Күптәр өсөн был уларҙың биләмәһен һәм йолаларын һанға һуҡмау тип ҡабул ителеүе ихтимал. Ярҙам итергә теләү хужаларҙың вазифаларын үтәй алмауына ишара итеп ҡабул ителергә мөмкин.

Гигиена хәүефе

Икенсенән, инфекция йоҡтороу хәүефе бар. Әгәр һауыт-һаба йә йыуыу сараларының таҙа булыуына шикләнһәгеҙ, был һаулыҡ өсөн насар эҙемтәләргә килтерергә мөмкин. Ҡайһы берҙә һауыт-һабала боҙолоуға килтерерлек аҙыҡ өлөшсәләре йәки бактериялар ҡалырға мөмкин.

Эмоциональ яҡ

Шулай уҡ хужаларҙың күбеһе кисте аш-һыу бүлмәһен йыйыштырыуға түгел, ә ҡунаҡтар менән аралашып тамамлауға өҫтөнлөк биреүен билдәләп үтергә кәрәк. Һауыт-һаба йыуыу аралашыуҙан иғтибарҙы ситкә йүнәлтергә һәм хәлде киҫкенләштерергә мөмкин.

Шулай итеп, ҡунаҡта һауыт-һаба йыуыуҙан баш тартыу хәйерлерәк. Бының урынына башҡа ысул менән ярҙам итегеҙ – мәҫәлән, өҫтәлдән йыйып алығыҙ. Иң яҡшыһы – хужаларға ризыҡ өсөн рәхмәт әйтегеҙ. Был кисәне барыһы өсөн дә уңайлы итеп, дуҫлыҡ һәм ихтирам мөхитен һаҡларға мөмкинлек бирәсәк.

Ә һеҙҙең ғаиләлә ҡағиҙәләр ниндәй? Ҡунаҡтарҙан ҡашығаяҡ йыуҙыраһығыҙмы? Бәлки, үҙегеҙ ҡунаҡта хужабикәгә ярҙам итергә теләйһегеҙҙер?

Автор:
Читайте нас