Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Март , 12:25

Яҙғы ташҡынға әҙерлек

Район хакимиәтендә ташҡынға ҡаршы әҙерлек буйынса комиссия ултырышы үтте.

Яҙғы ташҡынға әҙерлек
Яҙғы ташҡынға әҙерлек

Район хакимиәтендә ташҡынға ҡаршы әҙерлек буйынса комиссия ултырышы үтте. Унда яҙғы ташҡынға әҙерлек һәм гидротехник ҡоролмаларҙың хәүефһеҙлеге мәсьәләләре ҡаралды.

Артабан ташҡынға ҡаршы махсус комиссия ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында йәлеп ителеүсе көстәрҙең әҙерлеген, шул иҫәптән авария-тергеҙеү бригадаларының йыһазландырылыу кимәлен, күргәҙмәгә ҡуйылған техникаларҙың торошон, уларҙың эш ҡеүәтен, кәрәкле ҡорамалдар һәм инструменттар запасын тикшерҙе, ҡотҡарыу төркөмдәренең һәм транспорттың һыу баҫыу осрағында халыҡты эвакуациялауға әҙерлеген билдәләне.

Сараның практик өлөшөндә иһә Аҡъяр һыуһаҡлағысында гидротехник ҡоролмаларҙың әҙерлеген тикшереү буйынса аварияға ҡаршы күнекмәләр уҙғарылды. 

Райондың ауыл биләмәләрендә ташҡын хәүефһеҙлеген күҙәтеү өсөн барыһы ла эшләнә, махсус хеҙмәттәр эшләй. Әммә тәбиғәт күренештәрен алдан тулыһынса күҙаллап булмауын онотмайыҡ. 

Автор: Разиля Байгускарова
Читайте нас