"Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға оҙатыласаҡ гуманитар ярҙамға Әбүбәкер ауылы халҡы әҙерләнә башланы. Бөгөн ауылыбыҙҙың уңған ҡатын-ҡыҙҙары "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!!!" девизы аҫтында МХО-ла йөрөгән яугирҙарға ярҙамға туҡмас ҡырҡтылар. Изге күңелле хужабикәләр был эшкә ҡулдарының йылыһын, күңел хәстәрлеген һалып башҡара. Шулай ҙа туҡмастың тәмле килеп сығыуында иң мөһиме ауыл йомортҡаһын ҡулланыу отошлораҡ, тиҙәр апайҙар.
Ауыл клубы гөрләп торҙо уңғанбикәләребеҙҙең шат тауыштарынан. Йәйеп киптереп ҡырҡылған туҡмас контейнерҙарға тултырыласаҡ һәм махсус операция территорияһына оҙатыласаҡ. Һатып алынғанға ҡарағанда, яҡташтарының изге теләктәрен юллап әҙерләгән ризыҡтары тыуған яҡтарын һағынып йөрөгән егеттәребеҙгә күңел йыуанысы булыр. Теләгебеҙ бер беҙҙең - имен-һау ҡайтһындар батырҙарыбыҙ! Беҙҙең ебәргән туҡмастарҙы ашап, үҙебеҙҙең Башҡортостанды иҫкә төшөрөп, тиҙерәк еңеп ҡайтһындар!!!!
Һуғыш тиҙерәк бөтһөн! Яуҙа йөрөгән егеттәргә һәм уларҙың ғаиләләренә иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ, тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын", - тип хәбәр итә әбүбәкерҙәр