Һуңғы йылдарҙа һауа торошо бер-бер артлы сюрприздар килтерә. Апрель айы ла ситтә ҡалмаясаҡ. Киләһе айҙа йылы, ҡайһы берҙә эҫе һауа торошо көтөлә. “Фобос” үҙәге синоптиктары яҙҙың икенсе айына фараз бирҙе.
Апрель башында көндөҙ һауа +10 градусҡаса йылына. Төндә плюс һауа температураһы 20-һенән һуң урынлашасаҡ. Көтмәгәндә термометр бағанаһы 4 апрелдә күтәрелә, көндөҙ +16 градусҡаса йылыта. 6 апрелдән 12-нә тиклем көндөҙ +9-ҙан +13 градусҡаса йылы булыуы көтөлә. Төндә -1, -2 градус булыуы фаразлана.
Рәсәй метеохеҙмәте 13 һәм 14 апрелдә көндөҙ +3, +4, төндә -5 градусҡаса һалҡынайыуын фаразлай. 17 апрелдән көндөҙ +10 градусҡаса йылыта. 18 апрелдән һауа температураһы төндә нуль билдәһен үтеп, +3 градустан түбән булмаясаҡ.
22 апрелдән бер нисә көн +25 градус, төндә +13 градусҡа тиклем күтәрелеү көтөлә. 25 апрелдән сираттағы һыуыҡ тулҡыны килә, һәм 28 апрелдә термометр бағанаһы көндөҙ +2 градусҡа тиклем төшә, ә төндә – минус күрһәткестәргә тиклем (28 апрелдә -6 градусҡа тиклем). Айҙың һуңғы ике көнөндә йәнә +10 градусҡаса йылыта. Төндә температураның ыңғай күрһәткестәре ҡайтасаҡ.
https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2026-03-17/aprel-anomal-aua-torosho-men-n-zh-pl-nder-s-k-4616775