

–Йәзилә Рафаил ҡыҙы, ғаиләгеҙҙә ниндәй тәрбиә алдығыҙ?
–Таштуғай ауылында Рафаил һәм Зөһрә Латиповтарҙың ишле ғаиләһендә был донъяға ауаз һалғанмын. Ер йөҙөн үҙҙәренең күркәм сифаттары менән арбап, һәр эште күңел йылыһын һалып, бөтөнлөк, сабыр аҡыл менән башҡарырға яратты атай-әсәйем. Матурлыҡҡа ынтылыу, дуҫлыҡ, үҙ өҫтөңдә эшләү, маҡсатыңа ирешеү, хыялыңа ынтылыу, был ғүмерҙе лайыҡлы йәшәү кеүек тормош ҡиммәттәре бала саҡтан ҡаныма һеңгән. Беҙ ғаиләлә дүрт бала үҫтек. Ҡыҙғанысҡа күрә, атайыбыҙ бик иртә мәрхүм булды. Әсәйебеҙ беҙҙе, дүрт баланы тәрбиәләп, аяҡҡа баҫтырҙы. Дүрт бала араһынан мин генә уҡытыусы юлын һайланым.
–Ә ни өсөн уҡытыусы булырға ҡарар иттегеҙ?
–Өйҙә башҡортса, русса китаптар күп була торғайны, һәр ваҡыт радио тулҡындарынан моңло башҡорт йырҙары яңғырай ине. Ысын тормош һабаҡтары биргән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рүзәлә Ирғәле ҡыҙы Рахманғолованың дәрестәре лә мәңге хәтеремдә. Ауылымдың күркәм тәбиғәте, йылылыҡ бөрккән атай йорто мине ижади донъяға, оло тормош юлына әйҙәне. Башта мин телетапшырыуҙар алып барыусыһы булырға хыялландым, хатта кастинг та үттем. Тик барыбер үҙемде
уҡытыусы булараҡ таптым.
Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре"нең 9-сы һанында уҡығыҙ