Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Март , 10:24

Ярты быуат бергә улар

Йәнтеш ауылында ғүмер иткән Юныс һәм Фәнүзә Иштановтар быйыл ғаилә байрамдарын – алтын туйҙарын билдәләй.

Ярты быуат бергә улар
Ярты быуат бергә улар

Юныс Рәхимйән улы Баймаҡ ҡалаһында донъяға килә. Өс йәшенә тиклем ике әсә араһында үҫә ул.

–Атайымдың ике ҡатыны булған, беренсеһен «ҙур әсәй» тип йөрөтә инем, икенсеһе үҙемдеке. Атайым менән әсәйем өйләнешкәндә атайыма 52, ә әсәйемә 26 йәш була. Атайым быға тиклем «ҙур әсәйем» менән Баймаҡ ҡалаһында йәшәгәндәр. Уларҙың бер ҡыҙҙары һәм бер улдары булды. «Ҙур әсәйем» атайымдың икенсе кәләш алып ҡайтыуын табын әҙерләп көтөп торған, матур итеп ҡаршы алған. Ике әсәйем дә үҙ-ара татыу йәшәгәндәр, – тип һөйләй башланы әңгәмәсем.
3 йәшендә генә уның әсәһе мәрхүм була. Шул саҡ Һултантимер ауылынан килгән ағаһы һәм еңгәһе Юнысты һәм уның һеңлеһе Асияны ваҡытлыса үҙҙәренә алып ҡайталар. Ярты йыл тирәһе уларҙа йәшәгәндән һуң, атаһы менән «ҙур әсәһе»
Юнысты кире Баймаҡҡа алып ҡайталар.

–Мине Баймаҡҡа алып ҡайттылар, ҡарындашым бәләкәй булғас еңгәм алып ҡалған. Атайым һәр ваҡыт эштә булды, ҙур әсәйем апайымдың балаларын ҡарашырға тип уларға китте. Атайым мине үҙе менән эшкә лә алып йөрөттө. Бер аҙҙан атайым беҙгә әсәй алып ҡайтты, шул ваҡытта минән дә бәхетле кеше булманы, – тине Юныс Рәхимйән улы.

Фәнүзә Ғәлимйән ҡыҙы Йәнтеш ауылында тыуып үҫә, белем ала. Мәктәпте бөткәс, Стәрлетамаҡ ҡалаһында бухгалтер һөнәрен үҙләштерә. Ҡайтҡас йәш белгескә эше лә табыла, ауыл магазинына һатыусы булып урынлаша һәм хаҡлы ялға
сыҡҡансы шунда эшләй.

Мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 8-се һанында уҡығыҙ

Автор: Ильнара Аптикова
Читайте нас