Рәзифә Ғәле ҡыҙы ата-әсәһе Бөрйән районында эшләгән осорҙа донъяға килә. Ике йыл самаһы йәшәгәндән һуң, улар Баймаҡ районы Ишәй ауылына ҡайталар. 8-се класты тамамлағас та Түбә ауылындағы теген фабрикаһында хеҙмәт юлын башлай. Бер йыл эшләгәндән һуң, Ишәйгә ҡайтып пилорамала эшләй, һуңынан Йылайыр ауылы училищеһында ветеринарҙар әҙерләү курсын тамамлай. Ҡулына яңы таныҡлыҡ алған йәш белгесте йүнәлтмә буйынса Хәйбулла районына ебәрәләр. Район үҙәгенә килеп төшкәс, уны Йәнтеш ауылының «Ҡыҙыл байраҡ» колхозына йүнәлтәләр. Унда Рәзифә Ғәле ҡыҙы башта санитарка булып эшләй. Тап шул осорҙа ул үҙенең тормош иптәше Нуриман Ниғәмәт улы менән танышып, 1975
йылда йәштәр ғаилә ҡоралар.
–Тормош иптәшем менән ул армиянан ҡайтҡас та таныштыҡ. Нуриман шул осорҙа комбайнда, тракторҙа эшләй ине. Ул Ивановкаға трактор менән һөт ташыны. Шул ваҡытта мине Яңы Петровка (Ноҡайлы) ауылына командировкаға ебәргәйнеләр, шунда бергә ултырып барҙым. Шулай бер йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, никах уҡыттыҡ, туй үткәрҙек, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Рәзифә Ғәле ҡыҙы.
Нуриман Ниғәмәт улы Йәнтеш ауылында тыуып үҫә, белем ала. Артабан бер йыл ауылда колхозда эшләй, һуңынан Садовыйҙа механизатор-тракторсылар әҙерләү курстарын үтә.
–Мәктәптә уҡыған сағымда уҡ техниканы яратыуымды аңланым. Атайым ғүмер буйы механизатор булды, бәлки, был да минең киләсәктә ошо һөнәрҙе һайлауыма йоғонто яһағандыр. Уға һәр ваҡыт ярҙам итә инем. Мәктәптән һуң механизаторға уҡырға барырға ныҡлы ҡарар иттем. Уҡып сыҡтым, эшләй башланым. Уңышһыҙ йылдар ҙа булды, мул уңыш менән дә ер шатландырып торҙо, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Нуриман Моталов.
Тулыраҡ Хәйбулла хәбәрҙәренәң 8-се һанында уҡығыҙ